-6 °С
Ясна
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2021, 13:25
Табипҡа яҙылыу өсөн берҙәм номер үҙгәрә
Бәйләнеш үҙәге берҙәм 1301 номерын 122-гә үҙгәртә.
Башҡортостанда табипҡа яҙылыу өсөн берҙәм номер үҙгәрә. Быйыл 1 апрелдән Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Бәйләнеш үҙәге берҙәм 1301 номерын 122-гә үҙгәртә.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостан – Рәсәйҙә 1301 номеры тулыһынса эшләгән берҙән-бер төбәк. Көтөү ваҡыты, ҡағиҙә булараҡ, бер минуттан артмай, ҡыҫҡа номерға шылтыратыуҙарға тариф билдәләнмәй. Табипҡа яҙылыу, өйгә табип саҡыртыу һәм вакцинацияға яҙылыу мәсьәләләре буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 7-гә тиклем шылтыратырға мөмкин.
Әйткәндәй, әлеге ваҡытта республикала йәшәүселәрҙең белгестәргә регистратурала, ҡабул итеү барышында, мәғлүмәт киоскы, телефон йәки интернет аша яҙылыу мөмкинлеге бар.
https://
www.bashinform.ru/news/1570234-v-bashkirii-menyaetsya-edinyy-nomer-dlya-zapisi-k-vrachu-/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы
Читайте нас:
Новости партнёров
Ә һеҙ һары балан күргәнегеҙ бармы?
Фәнир Галимов: "Кәефе әйбәт иде..."
О чём мечтает капитан