+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Март 2021, 15:45

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы епшек ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел тураһында иҫкәртә

19 мартта көндөҙ ҡайһы бер райондарҙа

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республика халҡын һауа торошоноң боҙолоуы тураһында иҫкәртә. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, 19 мартта көндөҙ ҡайһы бер райондарҙа сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ, елдең тиҙлеге секундына 17 метрға етеүе көтөлә.
Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге 500-1000 метрҙан кәмей.
Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, көслө ел ваҡытында (секундына 13,9-17,1 метр) ағастарҙың ботаҡтары һелкенә, елгә ҡаршы атлауы ауыр, елдә һөйләшеүе бик ҡыйын. Урамда реклама таҡталарының ауыуы мөмкин.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: