+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2021, 17:05

«Орлан» яңы ҡала яны поезы йөрөй башлай

Тиҙ йөрөшлө ҡала яны поезы

2 апрелдән республикала Өфө – Стәрлетамаҡ– Салауат – Мәләүез – Күмертау маршруты буйынса «Орлан» ҡала яны поезы йөрөй башлай.
Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығында белдереүҙәренсә, РА-З «Орлан» инновациялы рельслы автобус юлға сыға.
Һынап ҡарағандан һуң юлға киткән ваҡытты ике тапҡырға тиерлек — 3 сәғәт 50 минутҡа тиклем кәметеүгә өлгәшелгән.
Тиҙ йөрөшлө ҡала яны поезын тәғәйенләү эше 2020 йылда уҡ башланды. Тәүҙә яңы маршруттарҙы асыу 2021 йылдың майына билдәләнгәйне.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, юлдағы ваҡытты 3 сәғәт 20 минутҡа тиклем ҡыҫҡартыу планлаштырыла.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: