+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2021, 16:55

Яҡташыбыҙ Силәбе өлкәһендә үлемесле юл фажиғәһенә эләккән

Аварияла йәрәхәтләнгән водитель – Башҡортостандан

19 мартта иртән Силәбе өлкәһе Әшә районы биләмәһендә – Мәскәү-Силәбе автомобиль юлының 1569-сы саҡрымында яҡташыбыҙ ҡатнашлығында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Урындағы Дәүләт автоинспекцияһының яҡынса мәғлүмәте буйынса, «Вольво» йөк машинаһына идара иткән 56 йәшлек водитель, асыҡланмаған сәбәптәр буйынса (бәлки, йоҡлап киткәндер), ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан һәм тағылмалы «Скания» йөк автомобиленә барып бәрелгән.
Аварияла «Вольво» водителе алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында һәләк булған, ә 54 йәшлек «Скания» водителе Әшә дауаханаһына оҙатылған.
«ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре реверсив хәрәкәт ойошторған, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. «Вольво» Силәбе яғына китеп барған, уға Омск өлкәһе кешеһе идара иткән, аварияла йәрәхәтләнгән водитель – Башҡортостандан», — тип хәбәр иттеләр Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: