-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Март 2021, 17:00

Ял көндәрендә һауа торошо боҙола

Епшек ҡар яуа, буран

Ял көндәрендә Башҡортостанда көндәр боҙола. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, Каспий диңгеҙенән циклон яҡынлашыуына бәйле һауа торошо үҙгәрә.
«Республиканың күпселек райондарында ҡар, епшек ҡар, 20 мартта төндә көньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа көслө ҡар яуыуы көтөлә», — тип хәбәр итте синоптиктар.
Белгестәрҙең мәғлүмәтенә ярашлы, ял көндәрендә епшек ҡар яуа, буран сыға, елдең тиҙлеге секундына 17 метрға етеүе ихтимал. Йоманан шәмбегә ҡарай төндә термометр бағаналары -7 градусҡа тиклем төшөүе мөмкин, ә көндөҙ 4,+3 градус. 21 мартта температура бер аҙ түбәнәйә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: