-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2021, 15:15

Синоптиктар яҙғыһын һәм йәйгеһен республикала йәшәүселәрҙе ниндәй һауа торошо көтөүе тураһында хәбәр итте

Ниндәй һауа торошо көтөлә

Синоптиктар яҙғыһын һәм йәйгеһен республикала йәшәүселәрҙе ниндәй һауа торошо көтөүе тураһында һөйләне.
Апрелдә уртаса һауа температураһының – нормаға ярашлы, төньяҡ-көнбайышта норманан юғары – 3-5 градус булыуы көтөлә.
Майҙа ла уртаса температура нормаға ярашлы – 10-14 градус. Ә бына яуым-төшөм ғәҙәттәгегә ҡарағанда саҡ ҡына аҙыраҡ була.
Йәй көнө аномаль юғары температура көтөлмәй. Июндә – 16-18, июлдә – 17-20, августа — 14-18 градус. Йәйҙең һуңғы айында республиканың көнсығышында норманан күберәк яуым-төшөм фаразлана.
Сентябрҙә Башҡортостанда уртаса температура норманан юғары – 8-12 градус була. Һауа температураһы һәм яуым-төшөм прогнозын Рәсәйҙең Гидрометеорология үҙәге төҙөгән. Оҙайлы прогноздың дөрөҫлөгө – 65-70%.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: