-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2021, 16:40
3-7 йәшлек балаларға түләүгә ғаризалар ҡабул ителә башланы
«Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша ғариза бирергә мөмкин
1 апрелдән 3-7 йәшлек балаларға арттырылған түләү тәғәйенләүгә документтар ҡабул ителә башланы. Ғаризаны
«Дәүләт хеҙмәттәре» порталы
аша, Күп функциялы үҙәк бүлексәләрендә һәм халыҡҡа социаль ярҙам учреждениеларында (алдан яҙылып) тапшырырға мөмкин.
Башҡортостан Республикаһы Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, Күп функциялы үҙәк офистарында граждандарға компьютерҙа «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша ғариза биреү мөмкинлеге буйынса ярҙам күрһәтелә.
«Ғаризаның формаһы күләмле, мәғлүмәтте артабан эшкәртеү өсөн бөтә юлдарҙы ла тултырырға кәрәк, — тип иҫкәрттеләр ведомствола. — Кемдәр быны үҙ аллы эшләй, Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталында ғариза тултырыу
күрһәтмәһен
ҡулланырға тәҡдим итәбеҙ».
Шулай уҡ
интерактив консультант
ярҙамында ғаиләнең 3-7 йәшлек балаларға айлыҡ түләү алыуға хоҡуғын билдәләргә мөмкин.
Башҡортостанда 80 меңдән ашыу ғаилә арттырылған түләүҙәргә дәғүә итә. Ошо маҡсатҡа бөтәһе 13 миллиард һумға яҡын аҡса талап ителә.
Алдан хәбәр ителгәнсә, 1 апрелдән 3-7 йәшлек балаларға айлыҡ пособие түләү шарттары үҙгәрә. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт
бында
.
https://
www.bashinform.ru/news/1576364-nachinaetsya-priem-zayavleniy-na-naznachenie-povyshennykh-vyplat-na-detey-ot-3-do-7-let/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
пособие
Читайте нас:
Новости партнеров
Ҡыш ҡасан килә?
Уфимский лимонарий – точка притяжения туристов со всех концов России
Балтачлар аккошлар гаиләсе өчен борчыла