-15 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
ЯҢЫЛЫҠТАР
18 Июня 2021, 11:59

Башҡортостан мәктәптәрендә сығарылыш кисәләре үткәреләме-юҡмы икәне билдәле булды

Быйыл республикала 18 651 ун беренсе класс уҡыусыһы мәктәп тамамлай.

18 июндә Башҡортостан юлдаш телеканалында үткән брифингта коронавирусҡа бәйле хәл арҡаһында Башҡортостан мәктәптәрендә сығарылыш кисәләре үткәреләме-юҡмы икәнен хәбәр иттеләр.

Мәктәп тамамлаусылар өсөн байрамдар шәмбе, 26 июндә, ойошторола.

Сығарылыш кисәләрен уҙғармау тураһында ҡарарҙар әлегә юҡ, тип билдәләнеләр эфирҙа. Ләкин уларҙы үткәргәндә барлыҡ санитар-эпидемик талаптар үтәлергә – социаль арауыҡ һәм битлек режимы һаҡланырға тейеш.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл республикала 18 651 ун беренсе класс уҡыусыһы мәктәп тамамлай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр коронавирус пандемияһына бәйле Башҡортостандың ҡайһы бер мәктәптәрендә сығарылыш кисәләре ойошторолманы.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Читайте нас в