0 °С
Облачно
Антитеррор
ЯҢЫЛЫҠТАР
18 Июня 2021, 04:33

Ҡыҫҡа ваҡытлы һалҡындарҙан һуң республикаға йәнә йылы әйләнеп ҡайта

Синоптиктар алдағы ял көндәренә һауа торошон хәбәр итте. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, ҡыҫҡа ваҡытлы һалҡындарҙан һуң республикаға йәнә йылы әйләнеп ҡайта.

Добавить в предпочтительные источники Google
«Кесаҙна, 17 июндә, республика биләмәһе аша һалҡын фронт үтә – урыны менән ямғыр яуыуы, йәшен күҙәтелә.Аҙна аҙағында һауа температураһы көндөҙгө сәғәттәрҙә +18...+23 градусҡаса түбәнәйә. Ләкин был оҙаҡҡа түгел, ял көндәренә үк һауа температураһы төндә  +11...+16, тауҙарҙа +6 градусҡа тиклем күтәрелә. 20 июндә көндөҙ һауа +25...+30 градусҡаса йылына», — тип хәбәр ителә сайтта.

Был көндәрҙә яуым-төшөм ихтималлығы ҙур түгел, сөнки һауа торошо республикала Скандинавия антициклоны менән билдәләнә, тип аңлатты метеорологтар.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.

Читайте нас