Уҙған аҙнала Исмәғил ауылында ҙур байрам үтте. «Салауат аманаты» тип аталған сараға ауыл халҡы, райондың һәүәҫкәр артистары һәм байрам ҡунаҡтары йыйылды.
Ауыл мәҙәниәт йорто ҡаршыһында ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Унда ауылда йәшәүсе Н. Маннапова, район Мәҙәниәт йорто методистары И. Мусина, Ф. Закирова, Г. Килмөхәмәтова һәм үҙәк китапханала эшләп килгән «Көмөш ептәр» түңәрәге ағзаларының эштәре ҡуйылды. Эргәлә шулай уҡ Ә. Хәкимов һәм райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейҙары тематик майҙансыҡтар ойошторҙо. Уларҙа беҙҙең район яҙыусылары һәм шағирҙарының әҫәрҙәре, башҡорт халҡының легендар улы, тыуған яғыбыҙҙың тарихы тураһында китаптар, шулай уҡ Салауат йәшәгән дәүерҙән ҡалған пушка йәҙрәһе, ҡамсы, бығауҙар кеүек музей экспонаттары һәм башҡа нимәләр урын алды.
Сараның программаһы районыбыҙҙың танылған сәсәниәһе Зөләрәм Снигирева ижад иткән «Салауат аманаты» тигән ҡобайыр менән асылды. Программаны алып барыусылар үҙҙәренең сығышында йыйылыусыларға батырыбыҙ исеменән мөрәжәғәт итте. Артабан ҡунаҡтар йәйәнән атыу буйынса көс һынашты. Ярыштарҙа ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, хатта ауыл малайҙары ла ҡатнашты. Тәүҙә бөтәһе лә ентекле инструктаж үтте һәм атыш һыҙығына баҫты. Ауыл малайҙары, йәйә керешен беренсе тапҡыр ғына тартыуҙарына ҡарамаҫтан, өлкән ярышташтарынан бер ҙә ҡалышманы. Ә кешелектең гүзәл яртыһының вәкиле Г. Килмөхәмәтова хатта призерҙар араһына инде. Милли костюмдарҙың матурлығы, башҡорт егеттәренең ҡулындағы уҡ-һаҙаҡтар бер аҙға ғына булһа ла батырыбыҙ йәшәгән дәүергә әйләнеп ҡайтыу мөмкинлеге бирҙе.
Ярыштар менән бер үк ваҡытта концерт программаһы башланды. Унда районыбыҙ сәсәниәләре Ю. Йәһүҙина, З. Снигирева, М. Хәлилова, шулай уҡ башҡорт йырҙарын башҡарыусылар Р. Әйүпова, Г. Шәмсетдинова, М. Солтанғәлиев, Р. Дәүләтбаев һәм «Әхирәттәр» халыҡ фольклор ансамбле ҡатнашты. Тыуған яҡ, данлы батырыбыҙ тураһында йырҙар яңғыраны. Концертта ҡатнашыусылар шулай уҡ Салауат Юлаевтың үҙенең шиғырҙарын һәм билдәле яҙыусыларҙың уның хаҡында яҙған юлдарын уҡып ишеттерҙе. Ир-егеттәр триоһының «Ай-һай, Салауат» тигән башҡорт халыҡ йырын башҡарыуы концерт программаһын сағыу итеп тамамлап ҡуйҙы.
Балалар өсөн уйындар һәм төрлө конкурстар ойошторолдо. Махсус бүленгән майҙансыҡта малайҙар йәшел үлән өҫтөндә кинәнеп, туп менән хоккей уйнаны, башҡа балалар ҙа уйындарҙа, конкурстарҙа һәм викториналарҙа теләп ҡатнашты. Байрамға килеүселәрҙең бөтәһе лә башҡорт халҡының легендар улы Салауат Юлаевтың исеме бер ҡасан да онотолмаясаҡ һәм шиғырҙар, йырҙар, шулай уҡ кешеләр күңелендә йәшәйәсәк икәненә тағы бер тапҡыр инанды. Сара һуңында байрамда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла мәҙәниәт идаралығынан рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.