-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЯҢЫЛЫҠТАР
27 Июль 2021, 11:15

«Йәйәүле» операцияһы башланды

Ул өс көн дауам итә

26 июлдән «Йәйәүле» махсус операцияһы башланды, ул өс көн дауам итә. Сара йәйәүлеләрҙе тапатыу менән бәйле юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү эшен көсәйтеү һәм юлдарҙа хоҡуҡ тәртибен нығытыу өсөн уҙғарыла.

«Быйыл ете айҙа Өфөлә ошондай 273 осраҡ теркәлгән, ете кешенең ғүмере өҙөлгән, 281-е төрлө йәрәхәттәр алған», — тип белдерҙеләр баш ҡаланың Дәүләт автоинспекцияһында.

Профилактик саралар ваҡытында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, рөхсәт ителмәгән урындан сығып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған йәйәүлеләргә нығыраҡ иғтибар йүнәлтә.

 

https://www.bashinform.ru/news/1622766-v-ufe-startovala-spetsoperatsiya-peshekhod/  

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Йәйәүле» операцияһы башланды
«Йәйәүле» операцияһы башланды
Автор:Башинформ
Читайте нас: