+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
СӘЛӘМӘТЛЕК
22 Ғинуар 2020, 18:50

Иғтибар үҙәгендә – дәүләкәндәрҙең сәләмәтлеге

Дәүләкән үҙәк район дауаханаһы күсмә мобиль ФАП алыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде.

Тәгәрмәсле мини-клиника «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә алынған һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Был мобиль дауалау комплексы райондың төпкөл ауылдарына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү, бынан тыш предприятиеларҙа диспансерлаштырыу үткәреү мөмкинлеге бирә.
Ошо көндәрҙә күсмә ФАП Иҫке Яппарҙа булды. Ауыл халҡы Дәүләкәнгә барып тормайынса, урында ғына сифатлы медицина ярҙамы алды, сөнки бында квалификациялы табиптарҙан торған бригада килгәйне. Ауылда йәшәүселәрҙе врач-терапевт Зөлфирә Ниғмәтбай ҡыҙы Рамазанова ҡабул итте.
Ғинуар айында күсмә ФАП шулай уҡ Иҫке Шәрип, Красная Поляна, Хотимля һәм Ташлытамаҡ ауылдарына барасаҡ.
Читайте нас: