0 °С
Болотло
Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институтын үҫеше буйынса Советтың йомғаҡлау ултырышы уҙҙы.
Ҡатнашыусылар төбәктә коронавирустың таралыуы айҡанлы хәлде ҡараны, вакцина яһатмағандарға сикләүҙәр индереүҙе хупланы.
Ултырышты асып, төбәк Башлығы Радий Хәбиров һөҙөмтәле эштәре өсөн Совет ағзаларына рәхмәт белдерҙе. Улар араһында медицина хеҙмәткәрҙәре лә бар ине. Юғары категориялы врач-неонатолог Фәйрүзә Латипова пандемия айҡанлы медицина хеҙмәткәрҙәренең көсөргәнешле эш режимында эшләргә мәжбүр булыуы хаҡында белдерҙе. Ошо сәбәпле ул был медиктарға социаль ярҙам саралары күрһәтеү буйынса тәҡдимдәр индерҙе.