+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Июнь 2021, 10:18

Тиҫтәләрсә йылдар – бер юлдан

Ирле-ҡатынлы Шафиҡовтар алтын туйҙарын билдәләне

«Беҙҙең ауылда йәшәүселәр өсөн Мөҙәрис Яппар улы һәм Зөбәржәт Тимербулат ҡыҙы – иң өлгөлө ғаилә. Улар тормош юлынан ҡулға-ҡул тотоношоп, бөтә эштә лә бер-береһенә ярҙамлашып атлай. Бик тырыш, хеҙмәт һөйөүсән ғаилә», - тип һөйләй ғаилә пары тураһында Көрмәнкәй ауыл Советы башлығы Дамир Дәүләтов.

Был парҙың ғүмер тарихы 1970 йылда башлана. Мөҙәрис Яппар улы, ул ваҡытта 21 йәшлек егет, әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, тыуған ауылы Иҫке Көрмәнкәйҙә ҡалырға ҡарар итә һәм колхозға тракторсы булып урынлаша. Әлшәй районында тыуып үҫкән Зөбәржәт Тимербулат ҡыҙы Стәрлетамаҡта штукатур-маляр булып эшләй. Ул Иҫке Көрмәнкәйҙәге әхирәтенә ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөй. Ауылға бер килгәнендә йәштәр осраша ла инде. Шулай ҙа була икән, танышҡан көндәрендә үк улар туй тураһында ҡарар ҡабул итә.

«Буласаҡ тормош иптәшем миңә тәү күреүҙән оҡшаны, - ти Мөҙәрис Яппар улы. – Кис буйына һөйләшеп ултырғаныбыҙҙы бөгөнгөләй хәтерләйем. Кейәүгә сығырға риза булғас, мин дә уға оҡшағанмындыр күрәһең». Танышыу кисе Зөбәржәт Тимербулат ҡыҙының да иҫендә: «Ул көндө күршелә йәшәгән егет әхирәттәремә ҡунаҡҡа инде. Ҡарап торғанда, егет - егет инде, башҡаларҙан айырылмай. Ул ингәндә, журнал уҡый инем. Һөйләшеп киттек, ә бер ни тиклем ваҡыт үткәс, мин тулҡынланыуҙан журналды баштүбән ҡаратып тотоуымды шәйләнем». Бер нисә көндән һуң ҡыҙҙы яусылайҙар, ата-әсәләр һөйләшеп, үҙ-ара килешә, артабан никах уҡыталар. Шафиҡовтарҙың ғаилә тормошо шулай башланып китә.

Йәштәр Мөҙәрис Яппар улының ата-әсәһе йортонда йәшәй башлай. Зөбәржәт Тимербулат ҡыҙына тәүҙә еңелдән булмай. Ауылда йәшәһә лә, бер тапҡыр ҙа һыйыр һауып ҡарамаған була. Ә бында колхоз фермаһына һауынсы булып барырға тура килә. Бөтәһенә лә өлгөрөр өсөн, йәш ҡатын эшкә иртәнге бишенсе яртынан уҡ йөрөй. Һуңғараҡ ғаилә Дәүләкәнгә күсенергә ҡарар итә. Ирле-ҡатынлы тәүҙә фатирҙа йәшәй, артабан ҙур булмаған йорт һалып инә. Ваҡыт үтеү менән, ғаиләлә балалар тыуғас, Шафиҡовтар икенсе – ҙурыраҡ йорт һала.

Зөбәржәт Тимербулат ҡыҙы механизацияланған күсмә колоннала, автомобилдәр ремонтлау заводында, артабан Дәүләкән май заводында төҙөүсе булып эшләй. Мөҙәрис Яппар улы ла тәүҙә авторемонт заводында, артабан ҡойоу цехында хеҙмәт һала. 1996 йылда ул ауыл хужалығына кире ҡайта. Ҡаҙанғол ТПХ-һында управляющий, «Салауат» колхозы рәйесе булып эшләй. Уның дөйөм эш стажы 40 йылдан ашыу. Шафиҡовтар 2017 йылда тыуған ауылдарына әйләнеп ҡайта, күмәк көс, балаларының ярҙамы менән Иҫке Көрмәнкәйҙә ҙур йорт күтәрәләр. «Бында бөтә нәмәне бергәләп, үҙебеҙҙең ҡулдар менән эшләнек. Беҙ бер ваҡытта ла эш бүлешеп торманыҡ. Кәрәк икән, мин ашарға бешерә алам, ә ҡатыным миңә ихатала ярҙам итә, - ти Мөҙәрис Шафиҡов. – Һәр кис иртәгәгә эштәрҙе планлаштырабыҙ һәм уларҙың барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Ейәндәребеҙ йыш килә, уларға ла ваҡытыбыҙ етә. Беҙҙә бер-беребеҙгә үпкәләшеү тигән нимә юҡ. Тормош иптәшем тыныс кеше, ә мин киреһенсә, тиҙ ҡыҙып китеүсән, әммә һәр ваҡыт уртаҡ тел табабыҙ. Мин ғаиләмде сикһеҙ хөрмәт итәм һәм Зөбәржәткә рәхмәтлемен».

«Танышҡанда хатта бер-беребеҙҙең холҡон да белмәй инек. Донъя көткәндә, ҡасан өндәшмәй ҡалырға, ҡасан, киреһенсә, үҙ фекереңде яҡларға кәрәклеген аңланыҡ, – тип Зөбәржәт Тимербулат ҡыҙы ғаилә бәхетенең сере менән уртаҡлаша. – Миңә ҡалһа, ғаиләң ныҡлы булһын тиһәң, һәр ваҡыт нимәнелер ҡорбан итергә, ауырлыҡтарға түҙем булырға, бер-береңде тыңларға һәм юл ҡуйырға кәрәк. Шулай булмаһа, бер нимә лә килеп сыҡмаясаҡ».

Бергә йәшәүҙәренең тәүге көндәренән үк ирле-ҡатынлы етди көнкүреш мәсьәләләрен ғаилә советында хәл итә. Үҫеп еткәс, балаларҙа ҙа  кәңәшләшеүҙәрҙә ҡатнаша. Кемгә нимә һатып алырға, йортта нимә эшләргә – барыһы ла бергәләп хәл ителә. Үҙҙәре ғаилә ҡорғас та, Шафиҡовтарҙың балалары был йолаға тоғро ҡалған. Мөҙәрис Яппар улы һәм Зөбәржәт Тимербулат ҡыҙы ике ҡыҙ һәм ул, шулай уҡ улар Мөҙәрис Яппар улының етем ҡалған  ҡыҙ туғанын да тәрбиәләп үҫтергән, хәҙер инде ейәндәре һәм бүләләре үҫеп килә. Ирле-ҡатынлы дүрт балаға ла юғары белем алырға ярҙам иткән. Йәштәренә ҡарамай, улар һаман мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, 38 сутый баҡсалары бар.

«Атай-әсәйебеҙ - беҙҙең ғорурлығыбыҙ, терәгебеҙ һәм ярҙамсыларыбыҙ, - ти Шафиҡовтарҙың ҡыҙы Әлфиә Ғәниева. – Беҙ улар янына һәр ваҡыт ашҡынып ҡайтабыҙ, ял итәбеҙ һәм ярҙамлашабыҙ. Улар - беҙҙең өсөн иң сағыу миҫал». Алтын туйҙарын - ғаилә тормошоноң 50 йыллығын Шафиҡовтар Халыҡ-ара ғаилә көнөндә билдәләгән. Ғаилә парының бер юлдан үтелгән тиҫтәләгән йылдары артта ҡалған. Был иһә, бик ҡиммәтле.

Светлана Кәлимуллина.

Читайте нас: