-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Август 2022, 16:10

«Үҙем ынйы бөртөгө булып үҫтем, ҡыҙҙарым да алтын»

шулай ти Мәкәш ауылында бәхетле ҡартлыҡ кисергән Тәнзилә инәй Ҡолоева

«Үҙем ынйы бөртөгө булып үҫтем, ҡыҙҙарым да алтын»
«Үҙем ынйы бөртөгө булып үҫтем, ҡыҙҙарым да алтын»

Еләк-емешкә, уңышҡа бай ошо август көндәрендә 90 йәшлек күркәм юбилейын билдәләгән, ире Ҡотлобай менән бергәләп һалып ингән ҙур йортта ҡыҙы Таңһылыу тәрбиәһендә  йәшәгән хеҙмәт ветераны бөгөнгө рәхәт тормошҡа ҡыуанып бөтә алмай. Ҡыуанмаҫлыҡ та түгел шул, урам ҡапҡаһын асып инеү менән үҙеңде ожмах баҡсаһына эләккәндәй тояһың, ишек алды төрлө төҫтәге сәскәләргә күмелгән, мине өҙөп ал тигәндәй, еләк-емеш һығылып ултыра. Ә шулай ҙа йорттоң төп биҙәге, ул, әлбиттә, әсәләре Тәнзилә инәй. Үҙ ғүмерендә күп ауырлыҡтар кисергән, эштән башҡаны белмәгән инәй бөгөн дә һоҡланыу уята. Хеҙмәттә сынығып үҫкән быуын вәкилдәре бер минутын да бушҡа уҙғарып өйрәнмәгән, мәҡәлә геройыбыҙ ҙа тап шундайҙарҙың береһе. Туғыҙ тиҫтәне ваҡлаған инәй 13 ейәненең барыһына ла үҙ ҡулдары менән сағыу төҫтәге ептәрҙән япмалар, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарына, яҡындарына 45-ләп шәл бәйләп бирһен әле! Ә бәйләгән ойоҡбаш-бейәләйҙәренең, тапочкаларҙың иҫәбе-һаны юҡ. «Ҡыҙҙарым мәктәптә уҡығанда пальтоға тиклем үҙем тегеп кейҙерҙем, ул замандарҙа күн итектәрҙе лә тәүгеләрҙән булып улар кейҙе. Кеше араһында кәм-хур булмаһындар өсөн күп тырышлыҡ һалдым, төндәрен йоҡламайынса ауылдаштарыма күлдәктәр тегә торғайным. Ни тиһәң дә аҙмы-күпме килем бит инде. Беҙ, һуғыш балалары, бер рәхәт тә күрмәнек инде, балам, - ти инәй. – Бала сағыбыҙҙы яуыз немец урланы – илебеҙгә баҫып инде. Атайымды һуғыштың тәүге көндәрендә үк фронтҡа алдылар, ни бары ике генә хаты килеп өлгөрҙө, хәбәрһеҙ юғалды. Ул бричкала һалдаттарға ашарға ташыған булған, дошмандың минаһына эләккән тигән хәбәр генә ишеттек, һөйәктәре ҡайҙа ятҡанын да асыҡлай алманыҡ.  Шулай итеп, атайһыҙ ҙа ҡалдыҡ. Ғаиләбеҙҙә әсәйем Шәрифә менән атайым Хәбибулланың алты улы араһында ынйы бөртөгөләй генә берҙән-бер ҡыҙымын.  Сер һандығым тип ярата торғайны әсәйем мине гел.Тормош беҙҙе иркәләмәне, аслыҡ, яланғаслыҡ үҙәккә үтте. Уҡыу ҙа эләкмәне, үҫмер саҡтан уҡ өлкәндәр менән бер рәттән колхоз эшенә егелдем, башҡармаған эш ҡалманы инде», - тип һөйләй ветеран.

1954 йылда Ҡоръятмаҫ һылыуы Мәкәш ауылының оҫта гармунсыһы Ҡотлобай Ҡолоевҡа кейәүгә сыға. Егет гармунда шул тиклем оҫта уйнаған, түңәрәктә күбәләктәй өйөрөлгән Тәнзиләнең йөрәгендә ут ҡабыҙған булған инде ул. Икеһе лә талантлы булған ирле-ҡатынлы көнө буйы колхоз эшендә тир түкһә, кисен клубта үткәрелгән төрлө сараларҙа бергә сығыш яһаған. Тәнзилә инәй үҙе лә матур йырлай торған булған. Уны артислыҡҡа алыу өсөн конкурсҡа ла саҡырғандар хатта, әммә әлеге лә баяғы яланғаслыҡ үҙенекен итә, ҡыҙ өҫтөндәге кейеменән оялып, сығыш яһарға баҙнат итмәй, конкурсҡа бөтөнләй инмәй. Уның ҡарауы ауыл сәхнәһендә, ауылдаштары алдында, рәхәтләнеп йырлай. Ҡотлобай ағай шофер булараҡ, алыҫ рейстарға йөрөһә лә, кешеләргә рухи аҙыҡ өләшергә ваҡыт тапҡан.Ҡыҙҙары 13 йыл элек баҡыйлыҡҡа күскән аталарының гармунын иҫтәлек итеп  күҙ ҡараһылай  һаҡлай.

Ҡолоевтарҙың ғаиләһендә үҫкән алты ҡыҙҙың барыһы ла халҡыбыҙ файҙаһына хеҙмәт иткән һәм итә. «Оҙаҡ йылдар дауамында  прораб булып эшләгән Светланабыҙ Ырымбурға тиклем юлдар һалыуҙа ҡатнашты», - тиҙәр һеңлеләре. Рәмзиә менән Фәнирә – бухгалтер, Таңһылыу – уҡытыусы, Гүзәл фанера фабрикаһында контролер булған, хәҙер инде улар барыһы ла хаҡлы ялда,  ә төпсөктәре Римза ауылдаштарының һаулығы һағында тора – фельдшер. Береһенән-береһе һылыу ҡыҙҙар ата-әсәнең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй – уларҙың ғорурлығы булып буй етә.

12 августа ҙур ғаилә Тәнзилә Хәбибулла ҡыҙының юбилейына йыйыласаҡ. Иң ҡәҙерле кешеләренә яҡындарынан ҡотлауҙар, ихлас күңелдән сыҡҡан изге теләктәр яңғыраясаҡ.  90 йәшкә етеп, һөйөп-наҙлап үҫтергән балаларыңдың ҡәҙер-хөрмәтен күреү ҙур шатлыҡ һәм ҡыуаныс. Ундай бәхет һәр кемгә лә тәтемәй бит әле.  Һәр саҡ  үҙенә тартып торған атай нигеҙендә ошо бәхеттең тағы ла оҙаҡ йылдар дауам итеүен теләйем Ҡолоевтарға. 

 

 

 

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: