+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Октябрь 2023, 09:12

Балағыҙ тиҙҙән балалар баҡсаһына барамы? Һеҙ муниципаль йәки шәхси балалар баҡсаһын һайлай алаһығыҙ

Уны әсәлек капиталы аҡсаһынан түләргә мөмкин. Иң мөһиме, ойошманың йәки шәхси эшҡыуарҙың белем биреү эшмәкәрлеге алып барыуға лицензияһы булырға тейеш.

Шул уҡ ваҡытта, бер балаға бирелгән әсәлек капиталын икенсе баланың балалар баҡсаһына түләүгә тотонорға була.

Мәҫәлән, һеҙҙең ике балағыҙ бар икән, яңы тыуған сабый өсөн сертификат алдығыҙ, ти. Әсәлек капиталы аҡсаһын өлкән балағыҙҙың балалар баҡсаһына йөрөүе өсөн ҡуллана алаһығыҙ.

Шулай уҡ өҫтәмә түңәрәктәр һәм секциялар өсөн дә әсәлек капиталы иҫәбенән түләргә мөмкин.

Балалар баҡсаһына әсәлек капиталы аҡсаһынан түләү өсөн «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында, Күп функциялы үҙәктә йәки Социаль фондтың клиент хеҙмәтендә ғариза ҡалдырығыҙ.

Беренсе бала өсөн ниндәй түләүҙәр ҡаралған, ошонда уҡығыҙ

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: