Диктанттың өс кимәле бар:
— башланғыс кимәл;
— телде яҡшы кимәлдә белеү;
— төньяҡ-көнбайыш диалектты белеү.
Акция ике форматта үтәсәк:
Офлайн
Һеҙгә алдан майҙансыҡ һайларға һәм теркәлергә кәрәк: vk.cc/cwhWAm.
Онлайн
Трансляцияны БЮТ телеканалында, шулай уҡ уның социаль селтәрҙәрендә ҡарай алаһығыҙ. Дикторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡыясаҡ.
Сәғәт 11-ҙән 11 сәғәт 25 минутҡа тиклем –башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгән ҡатнашыусылар өсөн.
️ 11 сәғәт 30 минуттан сәғәт 12-гә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусы ҡатнашыусылар өсөн.
️ 12 сәғәт 05 минуттан 12 сәғәт 30 минутҡа тиклем - төньяҡ–көнбайыш диалектын белгән ҡатнашыусылар өсөн.
Онлайн-форматтағы эштәр чат-ботта (vk.cc/cwhXhN) һәм электрон почта аша [email protected] ҡабул ителәсәк.
Диктант яҙыу өсөн бланк – ошонда: vk.cc/cwhXxy.
Шулай уҡ үҙ майҙансығығыҙҙы теркәй (vk.cc/cwhYif) һәм диктанттарҙы тикшереү өсөн эксперт булараҡ теркәлә (vk.cc/cwhYnM) алаһығыҙ.
➡ Тулыраҡ мәғлүмәтте акцияның рәсми сайтында табырға мөмкин: vk.cc/cwhYqw.
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан